Текст:@t11111

Материал из Буквицы
Версия от 10:11, 10 ноября 2023; Karaby (обсуждение | вклад) (Новая страница: «Заманымда ҡалам Пьеса. Ике бүлектә I бүлек Ҡатнашалар: Боронғо Салауат Салауат – Хәҙерге заман Салауаты Fаяз Самат Aлина синыфташ үмерҙәр Гүзәл Әлиә Руслан – ҡаланан килгән үҫмер Алда - урман аҡланы. Артҡы планда бейек, ҡырыҫ тауҙар теҙмәһе шәйләнә. Йы...»)
(разн.) ← Предыдущая версия | Текущая версия (разн.) | Следующая версия → (разн.)
Перейти к навигации Перейти к поиску

Заманымда ҡалам

Пьеса. Ике бүлектә I бүлек

Ҡатнашалар: Боронғо Салауат Салауат – Хәҙерге заман Салауаты Fаяз Самат Aлина синыфташ үмерҙәр Гүзәл Әлиә Руслан – ҡаланан килгән үҫмер

Алда - урман аҡланы. Артҡы планда бейек, ҡырыҫ тауҙар теҙмәһе шәйләнә. Йыраҡ түгел шоссе юлы үтә буғай, машиналар геүләүе ишетелеп ҡала. Кис етеп килә.шаулашып бер төркөм үҫмерҙәр килеп инә. Улар походса кейенгән, арҡаларына рюкзактар аҫҡан. Алина (шат, күтәренке). Һаумы, гүзәл тәбиғәт мөйөшө! Сәләм! Беҙҙе ҡаршы ал! Салауат. Йәмле урман! Балаларың һиңә ҡунаҡҡа килде! Руслан. Ну, начали с ума сходить. Как малые дети. Надоели. (Рюкзактарын һала башлайҙар.) Салауат. Һәй, мыжыҡ. Беҙ, ысынлап та, тәбиғәт балалары. Һиңә надоело булһа, утын йыя башла. (Руслан китә.) Гүзәл. Шул кәрәк уға, эш етешмәй. Урманға ла мыжып килеп инә.

Ҡайһы палатка ҡора. Егеттәр усаҡ урыны йүнәтә башлайҙар.

Fаяз. Руслан һүҙенә ҡарап ауыҙ йомоп йөрөргә тимәгәндер бит. Әйҙә, урман менән иҫәнләшәйек. Бөтәһе бергә. Сәләм, урман! Һаумы, тыуған тәбиғәт! Әлиә. Һине һағынып килдек тағы: Йөрәктәрҙең ярһыу сағы, Йәшлегебеҙ алһыу таңы, Ҡабул итсе, ярат бағып.

Шишмәләрең сылтыр-сылтыр Ағып күңелде йыуатыр. Сәскә - үлән күпереп үҫкән, Әллә инде беҙҙе көткән. Fаяз. Шағирәбеҙ шиғыр ҙа сығара һалды. (Палаткаларын ҡороп бөтөп, ҡайһы берҙәр аҙыҡ-түлектәрен сығара башлай.) Самат. Усаҡ яғырҙан алда тирә-яҡты ҡарап, бер аҙ танышып киләйек әле. Салауат. Эйе, беҙҙең әллә ни эшләп әлегә тиклем был аҡланға килгәнебеҙ юҡ. Күргән дә юҡ һымаҡ. Алина. Таныш та, ят та кеүек был урын. Гүзәл. Минең дә был аҡланды күргән юҡ. Салауат. Ә аяҡтар үҙенән-үҙе шунда килтерҙе. Самат. Алдан кәңәш тә ҡороп алманыҡ бит әле. Әйҙәгеҙ. Һеҙ улай, беҙ былай. (Таралышалар.)

Урман эсендә үҫмерҙәр тауышы яңғырап тора: “Ау-у… Ау-у-у… Әлиә, һин ҡайҙа?”, “Mин бында!”, “Көт мине!”, “Ҡыҙҙар, бергәрәк булайыҡ” Тауыштар тынып ҡала. Шул саҡ әллә күктән, әллә ерҙән шомло үкереү ишетелә. Ул алыҫта ла түгел, ер аҫтынан килгән һымаҡ тойола. Үкереү ҡабатлана. Сыбыҡ-сабыҡ күтәргән Алина килеп инә. Ул бик ҡурҡҡан. Алина. Бәй, был ни? Башҡалар ҡайҙа? Мин ҡурҡам. (Ул ни эшләргә белмәй урманға инергә итә, кире килә.) Салауат! Һин ҡайҙа? Ҡурҡыта. (Илап ебәрә.)

Утын күтәргән Руслан алан-йолан ҡарана-ҡарана килеп инә. Нимәгәлер һөрөнөп йығылып китә, утындары сәселә.

Руслан. Фу, что за чертовщина? Ҡайҙа башҡалар? Если не ошибаюсь, мин ҡурҡыныс тауыш ишеттем. Бында берәй бык йөрөмәйҙер бит? Алина. Ю-юҡ! Был яҡта көтөү йөрөмәй. Руслан. Ҡайҙа тегеләр? Беҙҙе ташлап ҡастылар что ли? Жутковато как-то. Что будем делать? Алина. Эй һин! Ниңә мине ҡурҡытаһың? Э-һей, һеҙ ҡайҙа? Тауыш та бирмәйҙәр. Әллә ҡайҙа киттеләр ҙә баттылар. Салауат! Руслан. Салауат, Салауат, имеш. Как буд-то ул мальчишка что-то может? Алина. Может шул. Эсең бошамы? Ул бар саҡта мин ҡурҡмайым.

Сыр-сыу тауыштар ишетелә. Бөтәһе лә бергә килеп инә.

Салауат. Бына һиңә кәрәк булһа! Шул ғына етмәгәйне. Fаяз. Бәхетең бар икән. Ярай аяғың һынмаған. Ярай йырылып китмәгәнһегеҙ. Алина (ҡаршы бара). Салауат, ни булды? Һөйләгеҙ. Fаяздың “ярай”ынан һис ни аңлап булмай. Гүзәл. Әлиә менән йәнәшә китеп барабыҙ, кинәт ул юҡ булды ла ҡуйҙы. Әйтерһең, ер йотто. Әлиә. Ысынлап та йотто шул. Гүзәл. Алан-йолан ҡаранам: “Ҡайҙа булды был?”- тим. Шул саҡ аҫтан көскә генә: “Гүзәл”,- тигән тауыш сыҡты. Баҡһаң, Әлиә сыбыҡтар менән генә ҡаплап ҡуйылған соҡорға төшкән дә киткән. Ул өйөмгә утын алабыҙ тип барғайныҡ. Әлиә. Йомшаҡ үлән, япраҡ, сыбыҡтар менән бергә буталып барып төштөм. Аҫҡы яҡта ла йомшаҡ ине. Рәхәт кенә булды. Гүзәл. Булыр һиңә рәхәт. Түбән ҡараһам, ҡараңғыла саҡ ҡыймылдай. Эй ҡурҡтым. Нисек сығарырға ла белмәйем. Китһәм, соҡорҙоң ҡайҙалығын юғалтырмын тип ҡурҡам. Малайҙарға ҡысҡырам, тауыштары юҡ. Самат. Мин нисектер үҙем дә һиҙмәҫтән Салауатҡа Ҡыҙҙарҙың тауышы бөттө бит, әйҙә әле, тим. Гүзәл янына барып сыҡһаҡ, ул ап-аҡ булып тора. Вәт интуиция ни эшләтә. Шунан оҙон ҡолға табып, кәскә тартып сығарҙыҡ. Айыу соҡоро бик тәрән ҡаҙылған. Самат. Эсендә әлдә айыуы булмаған. Алина. Һеҙ үкергән тауыш ишеттегеҙме? Руслан. Да-да. Нимәлер ужасно ревел. Fаяз. Юҡ, беҙ бер ни ҙә ишетмәнек. Әлиәне сығарабыҙ тип мәж килеп йөрөп. Салауат. Йә, етер, керештегеҙ. Тәбиғәткә күңел асырға килдек. Бөтәһе лә яҡшы бөттө. Беҙ һаман ужастиктар һөйләйбеҙ.

Йыйылған утындарҙы һындырып, усаҡ яға башлай. Руслан магнитофон ҡуйып ебәрә. Яҡындағы шишмәнән һыу алып килеп, сәй ҡайнатырғы ҡуялар. Күңелдәре күтәрелә.

Руслан (рюкзагынан һыра сығара). Әйҙә, друзья, уҡыу йылын удачно тамамлауҙы йыуып ҡуябыҙ. Алина. Мин – юҡ. Әсәйем белеп ҡалһа, йәнде алыр. Унан ҡайҙа инде иркенләп сығып йөрөү.Йәй буйы ятырһың өйҙә. Руслан. Да, ул һине анау ағас артында ҡарап тора, ти. Салауат. Мин дә - юҡ. Мин киләсәк башҡорто. Араҡы менән тәмәкегә тормошомда урын юҡ. Fаяз (икеләнә, Cаматҡа ҡарай). Әллә… Самат. Мин башҡорттарҙың генофондын дауам итәһе кеше. Киләсәк быуын беҙҙән тора. Руслан. О, как громко! Ә ҡыҙҙар? Әлиә. Әй, ҡыйын бит. Fаяз да эсмәй. Гүзәл. Мин күпселек яҡлы. Руслан. Дети, ах, дети. Ауыҙығыҙҙан әсә һөтө кипмәгән. Үҙем генә күтәрәм инде. Салауат. Ташла, унан башҡа ла күңелле. (Музыканы аса – заманса йырҙар яңғырай.) Эх, нисек шәп. Усаҡ. Музыка. Урман, Синыфташтар. Артта 9 синыф тороп ҡалды. Нормальный кешегә допинг кәрәкмәй. Гүзәл. Руслан, һиңә полный облом. Бейей башлайҙар. Самат. Дуҫтар, сәй әҙер. Сәй табынына ултыралар. Fаяз. Ҡарағат япрағы һалғас, сәй ниндәй тәмле. Гүзәл. Шундай ҙа тәмле сәйҙе эскән юҡ ине әле. Әлиә. Профессор сәй бешерергә оҫта.

(Ҡайҙалыр төпкөлдә үкереү ҡабатлана. Үҫмерҙәр һағайып тынып ҡала.)

Алина. Ана бит, айыу үкерә. Салауат. Алина, бында бер ниндәй ҙә айыу юҡ. Гүзәл. Ә айыу соҡоро? Әлиә. Әйҙә, төн етмәҫ элек ҡайта һалайыҡ. Салауат. Тауыштан өркөп ҡасыр өсөн сыҡтыҡмы ни? Усаҡ ләүкеп ята. Йыртҡыс килһә, торонбаш менән өтәҫләп ебәрербеҙ. Самат. Дуҫтар, иғтибар итмәнегеҙме ни? Был тауыш урман эсенән түгел бит. Бөтәһе лә. Ҡайҙан? Руслан. По-моему күктән килгән кеүек булды. Самат. Тап шулай. Мин ни уйлайым – бында аномаль зона. Гүзәл. Профессор әллә нәмә соҡоп та сығарҙы. Әлиә. Нимә була ул аномаль зона? Самат. Тәбиғәттең мөғжизәле урыны. Сәбәптәре күп. Минең уйымса, бында ҡасандыр бер көслө фактор тәбиғәткә тәъҫир иткән. Шул ваҡыты-ваҡыты менән материлизоваться итә. Салауат. Шулай булыуы мөмкин. Өләсәйем был урынды енле урын, ти. Бая әйтмәй торғайным. Руслан. Как так енле урын? Здесь черти водятся что-ли? Или приведения? Әлиә. Бәлки шулайҙыр. Былтыр беҙҙең быҙауыбыҙ шунда юғалды. Шул тирәлә күргән кешеләр әйтте. Атайым күпме эҙләне, табылманы. Гүзәл. Эйе, ололар мал-тыуарҙы был яҡҡа ебәрмәҫкә тырыша. Әлиә. Иҫемә төштө, бында яңғыҙ йән эйәһе килһә, юҡҡа сыға, тиҙәр. Салауат. Ҡырағай йәнлектәр ҙә йәшәмәй. Әле йәй башы. Бер генә ҡош тауышы ишетелмәй. Алина. Әсәй, ҡалай шомло хәбәрҙәр һөйләйһегеҙ. Миңә ҡурҡыныс. Самат. Вәт был күренештәр бөтәһе лә тәбиғәт анoмалияһын күрһәтә. Ағастарға ҡарағыҙ. Улар ныҡ йыуан. Япраҡтары ла эре. Fаяз. Ә соҡор? Kем ҡаҙған уны? Руслан. Бабушкины сказки. Самат. Сказки, сказки. Әкиәт тә буштан тыумай. Руслан. Докажи. Алина. Шәп кеше. Үҙең докажи. Салауат. Әйҙә, аҡланды ҡарап сығайыҡ.

(Аҡланды ҡарап китәләр.)

Алина. Үлән ҡуйы, сәскәләр ҙә шундай ҡуйы бында. Fаяз. Бында оло бер таш ята. Үләнгә күмелеп күҙгә лә салынмай. Салауат. Оло һандыҡ тиклем бар был. Самат. Ҡарағыҙ әле: ул таш булып ҡатҡан механизм һымаҡ. Ана таш кнопкалар. Таш экран. Был аномаль зонаның үҙәге булырға тейеш. Әлиә. Эй шуны. Белде лә ебәрҙе.. Гүзәл. Ҡыҙҙар, был ысынлап та шулай һымаҡ. Мин әле уҡырға ла инмәгәйнем. Бәшмәк эҙләп йөрөп өләсәй менән килеп сыҡтыҡ был ергә. Өләсәй: «Тьфү, тьфү, ҡайҙа килеп сыҡтыҡ, был бит шайтан ҡулсаһы, енле урын,- ти. - Был таш – ен ташы тип атала. Әйҙә, балаҡай, имен саҡта таяйыҡ бынан,” - тип тиҙ генә китә һалдыҡ. Онотоп бөткәйнем, бына иҫкә төштө. Әлиә. Шайтан ҡуласаһы аҙаштырып йөрөтөп кешеләрҙе йота, тип атайымдан ишеткән бар. Гүзәл. Бигерәк тә һуғыш ваҡытында ҡоторҙо шайтан ҡуласаһы, ти өләсәй. Күп кешеләр утын тип килеп ошонда юҡ булған. Fаяз. Эврика! Соҡор айыу соҡоро түгел шулай булғас, ә был урындың ҡапҡаны, тимәк. Кешеләр шунда төшөп һәләк булғандар. Самат. Был тап шулай. (Кеҫәһенән ялтырап торған ике ҡорос сым сығара. Улар тура дүрт мөйөш яһап бөгөлгән. Шуларҙы ике ҡулына тота. Ҡулдарын ташҡа табан һуҙа. Сымдар осҡон сығарып сатрашлана.) Бына рама ни күрһәтә. Бында бик көслө кире энергетика ағымы бар. Бик яҡын тормағыҙ. Соҡорҙа ла шулай булырға тейеш. Гүзәл. Ташҡа яҡыныраҡ барһаң, баш әйләнеп китә. Һеҙгә лә шулаймы? Руслан. (Яҡыная,сигенә.) Да, это правда, даже тошнит. Әлиә. Ә соҡор төбөндә аяҡ аҫтында һөйәк-һаяҡ шығырҙап ята ине. Хатта бер нисә йоморо ла күҙгә салынды. Улар кеше һөйәктәре булған бит. Гүзәл. Әсәкәйем, ҡалай ҡурҡыныс. (Ҡыҙҙар бер-береһенә һыйыналар.) Әлиә. Әйҙә ҡайттыҡ. Алина. Шулай ҡурҡып ҡасып ҡайтабыҙмы инде? Хатта сәйҙе лә йүнләп эсмәнек. Көлгә күмгән картуф та бешкәндер инде. Асыҡтырып та китте. Салауат. Их һеҙ, ҡуян йөрәктәр, бөтәгеҙ ҙә шөр ебәрҙе. Тотам да шул таш өҫтөнә менеп баҫам. Самат. Һин йүләрләнмә. Кире энергетика тим бит. Белмәҫһең, әллә нимә эшләтер. Бер нисә сәғәт эсендә ҡарт бабайға әйләнерһең. (Көрмәкләшеп, тартҡылашып китәләр. Ул арала Салауат Саматтан ысҡынып , ташҡа менеп тә баҫа.) Алина. Салауат! Китмә! Мин дә һинең менән (Салауаттың эргәһенә менә, уға тотона.) Fаяз. Алина, төш! Самат. (Таш тирәләй йүгереп йөрөй.) Их, һеҙ нимә эшләгәнегеҙҙе беләһегеҙме? (Шул ваҡыт реакив самолёт һауаға күтәрелгән һымаҡ һыҙғырыу тауыштары сыға. Көслө һауа ағымы бөтәһен дә аяҡтан йыға. Гөрһөлдәү. Ҡараңғылыҡ. Яңынан яҡтыра. Fәҙәти кис. Бөтәһе лә һикереп тора. Ҡараналар.Таш урынында. Ул бер аҙ ҡалҡыбыраҡ ятҡан. Алина менән Салауат юҡ.) Әлиә. Салауат, һин ҡайҙа? (Илап ебәрә.) Fаяз. Алина ла юҡ. Үрһәләнеп. Алина, ниңә Салауатҡа эйәрҙең? Самат. Әйттем бит, бынан китәйек, тип. Аномаль зона. (Абына-һөрөнә усаҡ янына киләләр.) Гүзәл. Хәҙер ни эшләйбеҙ инде? (Тынлыҡ, бөтәһендә лә аптырау, ҡаушау.) Әлиә. Ата-әсәләренә нимә тип әйтербеҙ? Ах, беҙҙе ни эшләтерҙәр хәҙер? Руслан. Пошли домой. Папаға әйтәм. Машина, ружьё, кешеләр алып килеп эҙләргә. Был тирәне бөтә ҡарарға кәрәк. (Ҡыҙҙар ҡосаҡлашып илай, Fаяз ҡатып ҡалған.) Самат. Мин бер ҡайҙа ла бармайым. Төн буйы усаҡ яғып уларҙы көтәйек. Руслан. Юҡ булғас, ҡайҙан появиться итһендәр ти. Сам подумай. Самат. Баштары эшләһә, нисек юҡ булғандар, шулай бар булырҙар. Әлиә. Мин ҡурҡам. Самат. Кем теләй, китһен. Mин ҡалам. Fаяз. Мин һинең менән, Самат. Нисек Алинаны билдәһеҙлектә ҡалдырырға. Гүзәл. Алина һиңә төкөрмәй ҙә Салауат менән олаҡты. Самат. Ҡыҙҙар, шундай саҡта оялмайһығыҙ. Һеҙ Руслан менән ҡайтып китегеҙ. Әлиә. Мин ҡалам, ҡайтмайым. Күмәгерәк булһаҡ, еңелерәк булыр төҫлө. Гүзәл. Мин һинән кәмме? Мин дә ҡалам. Fаяз. Аңла был сырылдаҡтарҙы. Әле генә ҡурҡабыҙ, тип шаулайҙар ине. Самат. Руслан үҙе гeнә ҡайта былай булғас. Руслан. Эйе, ҡайтам. Кешеләр килтерәм. Самат. Кәрәгең бар ине. Ауылды болғатмай тор. Руслан. Бында копыта можно откинуть. Ну, я пошел. (Рюкзагын елтерәтеп күтәреп ала ла ашығып китеп бара.) Самат. Шул елғыуарҙы кем саҡырҙы? Кешеләрҙең ҡотон ала инде ҡайтып. Әлиә. Үҙе тағылды бит. Fаяз. Һинең эшең ул. Русланчик, Русланчик, тип өлтөрәйһең. Ҡала малайҙарына беҙҙең урмандар иш түгел. Гүзәл. Харап шәп ҡылана ине әле. Самат. Һәй, етәрегеҙ! Ҡараңғыланмаҫ элек утын йыяйыҡ. Төн буйы кәрәк буласаҡ. Fаяз. Ҡыҙҙар, усаҡ янында ҡалығыҙ. Гүзәл. Юҡ, беҙ ҡурҡабыҙ. Самат. Әйҙәгеҙ, бергә генә, өймәкләшеп кенә йөрөйөк. Шаршау (Дауамы бар.)


Заманымда ҡалам. Пьеса. II бүлек

Шул уҡ аҡлан. Шул уҡ таш. Тик ул ергә бөтөнләй батмаған. Өҫтә генә ятҡан төҫлө. Урман ҡуйыраҡ, аҡлан бәләкәйерәк тә һымаҡ. Көслө итеп шишмә сылтырауы ишетелә.Әйтерһең, ваҡыт даръяһы аға. Салауат менән Алина етәкләшкән килеш таш өҫтөндә торалар. Ергә һикерәләр.

Алина. Салауат, ни булды? Күк күкрәне, йәшен йәшнәне, ҡап-ҡараңғы булып китте. Ә күк ниндәй аяҙ. Бер болот та юҡ. Мин упҡынға остом тип торам. Fәжәп. Салауат. Осоу тойғоһон мин дә кисерҙем. Алина. Һин нисек остоң? Аҫҡамы, өҫкәме? Мин төпкә, ҡойоға төшөп киткән кеүек булдым. Салауат. Мин дә. Алина. Салауат, ҡара әле, ә ҡайҙа башҡалар? Салауат. Әйтерһең дә уларҙы ер йотҡан. Алина. Ер әллә беҙҙе йотҡанмы Усаҡ яҡҡан ергә йүгерә. Ҡара әле, усаҡтың эҙе лә юҡ. Палатка ла, рюкзактар ҙа юҡ. Салауат. Үлән дә тапалмаған. Ҡарана. Урман да ҡуйы, ағастар ҙа башҡа. Алина. Тып-тын. Машиналар тауышы ла ишетелмәй. Салауат. Әйтерһең тәүтормош урманы Өкө ухылдай. Алина. Ҡалай шомло. (Ҡот осҡос үкереү урманды яңғырата. Был тауыш билдәһеҙлектән түгел, ҡайҙандыр яҡындан ғына килә.) Алина (ҡалтыранып). Тағы үкереү. Мин ҡурҡам. Салауат. Ҡурҡма, мин яныңда бит.

(Үҫмерҙәр бер-береһенә һыйынып, ҡатып ҡалалар. Дөбөр-шатыр ботаҡтар һына. Йәнә лә көслө үкереү. Тауыш ҡайтауаз булып кире ҡайта.” А-а-а!” – тигән асырғаныулы кеше тауышы ла ишетелә. Бер аҙ ваҡыт үтеүгә ҡулына ҡанлы хәнйәр тотҡан мыҡты кәҙәле үҫмер алпан-толпан баҫып килеп сыға. Ул төлкө бүрек, бишмәт, аяғында сарыҡ кейгән. Уның өҫтө ҡанға мансылған, бишмәтенең арҡаһы айырылып төшкән.) Бор. Салауат. Миң еңдем! Мин батыр! Хәҙер мине бер кем дә маңҡа малай Салауат тип әйтә алмаҫ. Бөгөнгө көндән башлап мин үҫкән егет. (Үҫмерҙәрҙе күрә.) Һеҙ кемдәр? Ни эшләп миңә өрккән ҡоралай кеүек ҡарап тораһығыҙ? Ишетегеҙ, белегеҙ, мин – еңеүсе, мин – батыр. Бер үҙем оло бер айыуҙы үлтерҙем! Айыуға күмәкләп сыҡҡанда ла иң батырҙар, иң ышаныслылар ғына сыға. Салауат. Күреп торабыҙ. Һин – батыр. Алина. Салауат, был ниндәй спектакль урман төпкөлөндә? Кино төшөрәләр тиһәң, бүтәндәре күренмәй. Бор.Салауат. Минең исемемде лә беләһең. Бәй, Әминә, һин ни эшләп был малай менән урманда тораһын? Сәс–башың да туҙған. Яулығың, ҡалпағың ҡайҙа? Бел. Таң атыу менән атайың тирмәһенә барып, айыу тиреһен уның аяҡ аҫтына түшәйем. Атайым миңә һине кәләшлеккә алып бирһен. Ул ваҡыттан инде мин ирҙәр ҡоронда йөрөрмөн. Алина. Мин Әминә түгел, Алина. Кейәүгә лә бармайым әле, миңә 14 кенә йәш. Туҡта, һинең арҡанда ҡан һарҡый бит. Ныҡ аҡтарылған. Бәйләргә кәрәк. Бор.Салауат. Туйға тиклем төҙөлә ул. Батыр яраһыҙ булмай. Алина. Ҡайҙан сепрәк табырға инде? Салауат. Тороп тор, хәҙер бирәм. (Свитеры аҫтындағы футболкаһын сисә, уны Салауат батырҙың хәнйәре менән телгеләйҙәр. Алина яраны бәйләп ҡуя.) Бор.Салауат. Ҡалай етеҙһең, булдыҡлыһың. Әминә улай түгел. Ул илаҡ ҡына ҡыйыуһыҙыраҡ ҡыҙыҡай. Һин был һөнәргә ҡайҙан өйрәндең? Былай хәс тә Әминә кеүекһең. Мин буталып бөттөм. Алина. Әйтәм бит, Әминә түгел мин. Бор.Салауат. Әминәне атаһы ҡарт Рыҫбайға бирә бит. Мин Рыҫбайға Әминәне барыбер бирмәйем. Салауат. Мин төшөнә башланым. Был таш ваҡыт машинаһы. Самат әйткәйне – ул ҡатып ҡалған механизм тип. Күрәһең, ҡатып ҡалмаған. Бор.Салауат. Һин нимә ләпелдәйһең? Етмәһә, тап Әминә кеүек ҡыҙҙы етәкләп тораһың.


(Үҫмерҙәр бер – береһенә аптырашып ҡарап торалар.) Салауат. Һин – минең кеүек. Бор. Салауат. Юҡ. Һин – минең кеүек, мин һинең кеүек түгел. Һин – ул мин. Салауат. Мин – ул һин. Ҡаштар – улар ҡош ҡанаты кеүек, минеке лә шулай. Бор.Салауат. Ҡара күҙәр минеке кеүек. Салауат. Һинең күҙҙәр күмер кеүек яналар. Минең улай түгел – мин айыу үлтермәгәнмен әле. Бор. Салауат. Һинең кейемең ирмәк. Ә ни өсөн Әминә лә ыштан кейеп алған, ҡыҙ бит ул. Һинең һеңлеңме әллә? Салауат. Ул минең синыфташым, йәғни һабаҡташым. Бор. Салауат. Юҡты һөйләмә, Әминә һабаҡ алмай. Уға доғаларҙы өйҙә әсәһе ятлата, мулла түгел. Салауат. Һин һаман бутайһың. Беҙ мәктәптә уҡыйбыҙ. Бор.Салауат. Мин һис нимә аңламайым. Ҡара урманда мин бер үҙем инем. Сөнки атайыма үпкәләп ҡастым. Ул мине һаман балаһыта. Миңә айыу ташланды. Мин уны үлтерҙем. Айыу йөрөгән ҡара урманда һеҙ тораһығыҙ. Йыртҡыс ниңә һеҙгә түгел, миңә ташланған? Һеҙҙең ҡоралығыҙ ҙа юҡ. Үҙгеҙ ҙә башҡа төрлө. Салауат. Һин әле 14 йәштә шулаймы? Һин 1754 йылда тыуғанһың, тимәк хәҙер 1768 йыл. Ә беҙ … йылда йәшәйбеҙ. Тимәк, һинән … йыл аҙаҡ. Беҙ мөғжизә арҡаһында кирегә киттек. Шул арҡала һинең яндабыҙ. Бор. Салауат. Эйе, мөғжизәләр булған. Мин Ҡөръәндән уҡыным. Тик мөғжизәләр пәйғәмбәрҙәр эше. Ә һеҙ минән йүнһеҙерәк малай менән ҡыҙ. Мине алдарға итәһегеҙ. Ундай кирәмәттәр һеҙең ҡулығыҙҙан килмәй ул. Алина. Беҙ алдамайбыҙ. Ул мөғжизәләргә беҙ аптырамайбыҙ, шуларҙың эсендә йәшәйбеҙ. Салауат (кеҫәһенән фонарь сығара). Ҡара, яҡтыра, һүнә. Бор. Салауат. Ҡайҙа? Салауат. Төймәһенә баҫ. Бор. Салауат (яндыра, һүндерә). Уты ла юҡ. Ә яҡтылыҡ бирә, бына әй. Салауат (кеҫәһенән төҫлө фото ала). Был кем? Мин эйеме? Бор.Салауат. Нисек кереп ултырҙың был ҡағыҙға? Һис аңлар хәл юҡ. Ул тереме? Салауат. Юҡ, ул һүрәт, һын ғына. Бындай ғәләмәттәр күп беҙҙең заманда. Күрһәтеп кенә булмай. Мәҫәлән, ат екмәй генә йөрөй торған арбалар бар. Алина. Кешеләр ултырып оса торған тимер ҡоштар бар. Бор. Салауат. Әгәр һөйләгәндәрегеҙ ысын булһа, һеҙ мөғжизәләр заманында йәшәйһегеҙ. Алина. Тап шулай. Бор. Салауат. Әминә, һин ҡыйыу ҡыҙ. Беҙҙең ҡыҙҙар егеттәр менән улай һөйләшмәй. Алина. Ни эшләй улар? Бор. Салауат. Улар күберәк әсәйҙәр, еңгәйҙәр янында ҡайнаша, донъя көтөргә өйрәнәләр. Салауат. Ә егеттәр ни эшләй? Бор.Салауат. У-у-у… Беҙме? Бына мин яңы ғына иптәштәрем менән бөркөт ауларға барҙым. Ике бөркөт балаһы алып ҡайтып йәйләүҙә дан алдыҡ. Беҙҙән өлкәнерәктәр һуғыш уйынына өйрәнә, һунар итәләр. Ҡышын бүре, төлкө һуғырға йөрөйбеҙ, ҡуянды әйтеп тә тормайым. Салауат. Ни өсөн һуғыш уйынына өйрәнәһегеҙ? Бор. Салауат. Шунһыҙ булмай. Беҙҙең ерҙәрҙе урыҫтар тартып алалар. Атайымдың йылҡы көткән ерҙәрендә быуа быуып, зауыт ҡоралар. Алина. Заводтар кәрәк бит. Тимерһеҙ бер нәмә лә эшләп булмай. Бор.Салауат. Кәрәкмәй. Улар ерҙе боҙа, бысрата. Йәм-йәшел үлән, сәскә урынына бысраҡ ҡына тороп ҡала. Быуа быуабыҙ тип күпме ерҙәрҙе йырып бөттөләр. Мин урыҫтарҙы еңәсәкмен. Үҙ еребеҙҙә ҡоштай ирекле булырға тейешбеҙ. (Ҡурайын алып, йөрәкһеп уйнап ебәрә, артынан һамаҡлай.) Һай, Уралым, Уралым, Һылыу ҙа һылыу Уралым. Һүҙем бөтһә лә телемдә Ырым бөтмәҫ, Уралым.

(Һуңғы ике юлына хәҙерге Салауат та ҡушыла.) Бор. Салауат. Мин сығарған йырҙы ҡайҙан беләһең? Һин әллә күрәҙәсeме? Салауат. Юҡ, ләкин мин һинең турала бөтә беләм. Бор.Салауат. Белгәс, йә, әйт. Атайымда Шәғәли Шаҡмандан ҡалған әрҙәнә яны һаҡлана. Уны иң көслө батырҙар ғына тарта ала. Mин шул янды тарта алырмынмы? Әминәгә өйләнерменме? (Алинаға ҡарай.) Салауат. Һин ул янды бик тиҙҙән тарта алырһың. Уҡ сойорғотоп ҡарағош атып төшөрөрһөң. Әминә лә тиҙҙән кәләшең булыр. Алина Әминә түгел ул, беҙҙең заман ҡыҙы. Бор. Салауат. Эйе, мин батыр булырмын. Сөнки күкрәгемде йөрәгем ватып алып бара, ҡаным ҡайнай минең. Күңелдән йыр урғыла. Минең ҙур эштәр эшләгем килә. Тик мине һаман балаға һанайҙар. Шулай ҙа әйт әле, һин минең хаҡта ҡайҙан беләһең? Салауат. Китаптан уҡып. Мин уҡыған китаптарҙа һинең хаҡта күп яҙылған. Һин батыр буласаҡһың. Исемең беҙҙән ҡалған быуындарға ла барып етер, һин үлемһеҙ. Бор. Салауат. Һай, афарин! (Ҡотороп бейеп ала. Уның менән ҡушылып Салауат та бейей. Боронғо Салауат яраһы ауыртып туҡтай.) Бор. Салауат. Әйт,аҙашым. Ҡайтырғамы, ҡайтмаҫҡамы миңә? Алина. Әлбиттә, ҡайтырға. Әсәйең һинең өсөн борсола бит. Бор. Салауат. Әсәй, инәкәйем! Ул мине бөтәһенән дә былайыраҡ төшөнә, ҡурсалай. Йә, тағы әйт. Мин батыр булып алып урыҫтарҙы ҡыраммы? Салауат. Һин урыҫтар менән дуҫлашасаҡһың. Улар менән бер булып әбей батша ғәскәрен ҡыйратасаҡһың. Бор.Салауат. Юҡ, мин улар менән дуҫлашмам. Ни эшләп улай тейеш тип уйлайһың? Алина. Һай, Салауат, уларҙың да яҡшыһы-яманы, байы-ярлыһы бар түгелме? Бор.Салауат. Мин ярлы түгел. Ләкин урыҫтар беҙҙе, барыбер, ҡыҫырыҡлай. Еңәсәкме мин әбең батшаны? Салауат (ыҡ-мыҡ итә, аптырай). Белмәйем уныһын. Бор.Салауат. Ул хаҡта китаптарыңа яҙылғандыр бит. Салауат. Еңерһең, Салауат. Ана, таң һыҙыла.Беҙгә, моғайын, китергә кәрәктер. Һуң булып ҡалыуы ихтимал. (Бор. Салауатты ҡосаҡлай.) Әйҙә, киттек беҙҙең менән. Бор. Салауат. Ҡайҙа барырға һеҙҙең менән? (Алина һикергеләп ала.) Был идея. Әйҙә, Салауат, беҙгә. Киләсәк заманыңа. Батырҙар беҙҙең өсөн бигерәк тә кәрәк. Бор. Салауат. Ә нисек китергә һуң? Салауат. Ауыр түгел. Теге ташҡа ғына менеп баҫырға кәрәк. Бор. Салауат. Ен ташынамы? Алина. Салауат, һин дә беләһеңме ни? Бор. Салауат. Енле урын булмаһа, шундай мөғжизә булмаҫ ине. (Ташҡа яҡын киләләр. Эйелеп, иғтибар менән тикшереп ҡарайҙар.) Салауат. Бында уҡтар, һаҙаҡтар бар. Үҙ заманыбыҙға ҡайтыу өсөн бик дөрөҫ баҫырға кәрәк. йә артҡа, йә алға китеп барыуыбыҙ бар. Әһә. Бына ошо урын. Алина, һинең кроссовкаларыңдың эҙе лә сығып ҡалған. Күмер өҫтөнә баҫҡан булғанһың әлдә. Бор. Салауат. Әгәр мин һеҙҙең менән китһәм… (Һыңар аяғы менән ташҡа баҫа.) Таш гөрһөлдәп ҡуя, аяғын тиҙ генә ала. Юҡ булмай. Әгәр мин һеҙҙең менән китһәм, кем Әминәне күпкәк Рыҫбайҙан ҡотҡарыр? Инәйем ни эшләр? Атайым? Кем һуң киләсәктә әбей батша менән һуғышыр? Кем үҙебеҙҙең ерҙәрҙе баҫҡынсыларҙан ҡотҡарыр? Алина. Их, Салауат! Әгәр еңелһәң? Бор. Салауат. Еңелһәм? Еңелһәм дә эшем ҡалыр! Яңылышмаһам, ҡалған бит. Һин башҡорт ҡыҙымы? Йырла берәй башҡорт йырын. Алина (аптырай. Шулай ҙа йырлай башлай). Әллиләү генәйем, бәллиләү генәйәм, Әсмәбикә тыпырҙатып баҫып килә генәйем. Бор.Салауат. Таҡмаҡ. Шулай ҙа беҙҙеке. Шулай булғас, ике быуаттан һуң да башҡорттар бар, йырын белә, телен белә, ҡурайын белә. Урыҫтар беҙҙе баҫып алып бөтмәгән. Салауат. Беҙ әле башҡорт тарихын да уҡыйбыҙ. Бор. Салауат. Үҙебеҙҙең тарихты һабаҡ итеп уҡығас, ҡалай яҡшы. Әгәр мин китһәм, әбей батша менән һуғышмаһам, беҙҙе бөтөнләй телебеҙҙән, илебеҙҙән төңөлдөрөрҙәр, суҡындырырҙар бит. Мин китә алмайым. Ҡалам заманымда! Мин бит һиҙәм: Хоҙай мине ҙур эштәр өсөн яратҡан. Һеҙгә үтенесем дә бар. Салауат. Ниндәй үтенес? Бор. Салауат . Алина, тиһең. Ул бит Әминә. Ирен өҫтөндәге миңенә тиклем. Унан килеп – һин. Шул хәтлем миңә оҡшағанһың. Кәүҙәгә генә йоҡараҡһың. Һин дә үҙ заманың өсөн ҙур эштәр башҡарырға тейешһең, шулаймы? Салауат. Мин белмәйем әле. Бор. Салауат. Fәҙелһеҙлек күрһәң ҡаның ҡайнаймы? Салауат (үҙ йөрәген тыңлаған төҫлө). Эйе, бөйөк аҙашым. Был тап шулай. Бор. Салауат. Шулай булғас, һүҙ бир миңә: һин дә халҡың өсөн йәшә. Салауат. Беҙҙең заман яуҙaр заманы түгел. Башҡорттар былай ҙа аҙ ҡалған. Бор. Салауат. Яу менәнме, һүҙ менәнме. Ул һинең эшең. Әминә һинең һөйгәнеңме? Салауат. Шулай буғай. Бор. Салауат. Ә һин, Әминә, ни тиһең? Алина. Мин дә шулай һымаҡ. Бор. Салауат. Миңә һүҙ бирегеҙ: гел бергә булырға. Һеҙ бер йөрәктең ике яртыһы. Мин дә һеҙҙе үтә күрәм. Йә. Алина, Салауат (бергә). Һүҙ бирәбеҙ! Бор. Салауат(Алинаға). Һин Әминә бул. Алина. Эйе, булам. Минән иҫтәлек. (Сәс ҡаптырмаһы бирә.) Әминәгә бир. Бор. Салауат. Матур нәмәкәй. Мин дә һеҙгә бүркемде бүләк итәм. (Төлкө бүреген һалып бирә.) Миндә яҡтыртҡысың, һүрәтең ҡала. Салауат. Ҡалһын. Беҙгә китергә ваҡыт. Хуш, Салауат! (Өсөһө бергә ҡосаҡлаша. Салауат менән Алина ташҡа менеп баҫа. Ҡот осҡос тауыштар ишетелеп ҡала. Әйтерһең дә атлы ғәскәр сабып килә. Меңләгән тояҡ, оран тауыштары яңғырай: “Һай, Салауат! Вай, Салауат!"